1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе эсемлектәр (шул иҫәптән энергетик) һатыуҙы тыйыу тураһында» законға үҙгәрештәр көсөнә инә.

Республикала балаларға алкоголһеҙ энергетиктар һатыуҙы тыйыу тураһында федераль закон ғәмәлдә. 1 сентябрҙә ошондай эсемлектәрҙе һатыу урындарын сикләү тураһында республика законы көсөнә инергә тейеш: мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, дауаханаларҙа, театрҙарҙа, физкультура һәм спорт учреждениеларында уларҙы һатырға ярамай.

Сығанағы: Башҡортостаным | яңылыҡтар

 
По теме
Уважаемые октябрьцы и гости города! В связи с подготовкой и проведением мероприятий, посвященных Дню города, в целях обеспечения безопасности 5 сентября с 06:00 до 20:00 ч. будет закрыто движение автотранспорта: